+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:00

Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғри конкурс

Республикала Башҡорт теле йылына арналған Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителде. Ул шағирә, уҡытыусы, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

Республикала Башҡорт теле йылына арналған Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителде. Ул шағирә, уҡытыусы, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.
Конкурста республикала һәм унан ситтә йәшәгән мәктәп йәшендәге балалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә шиғыр яҙырға кәрәк. Темаһы төрлө булырға мөмкин – тыуған ил, тыуған төйәк, туған тел хаҡында. Ирекле темаларға әҫәрҙәр ҡабул ителә.
Эштәрҙе [email protected] йәки akbuzat-journal.yandex.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Еңеүсегә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия тапшырыла.
Конкурс 2020 йылдың 15 сентябренә тиклем дауам итә. Конкурс һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәргә, республика киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыла.
Читайте нас: