+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 13:35

IT-компанияларға ташламалар буласаҡ

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса мәғлүмәт технологиялары өлкәһе өсөн һалымды кәметеү буйынса закондарға төҙәтмәләр әҙерләнә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Финанс министрлығынан.

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса мәғлүмәт технологиялары өлкәһе өсөн һалымды кәметеү буйынса закондарға төҙәтмәләр әҙерләнә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Финанс министрлығынан.
Проектҡа ярашлы, IT-компаниялар өсөн страховкалау ставкаһының ташламалы тарифын 14 проценттан 7,6-ға тиклем кәметеү ҡарала. Шулай уҡ уларға табышҡа һалым 3 процент кимәлендә билдәләнә. Хәҙер ул – 20 процент.
Ошондай уҡ страховкалау ставкаһы һәм һалым буйынса ташламалар электрон компонент базаһы һәм электрон продукция проектлау һәм уйлап табыу буйынса эшләгән ойошмаларға ла ҡарала.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: