+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 18:09

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ҡалҡасаҡ

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп һалыу буйынса эштәр башланды. Мәктәп 375 урынға иҫәпләнгән. “Империя” төҙөлөш компанияһы объектты 2021 йылда тапшырырға вәғәҙә бирә, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Дәүләт заказсыһы – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы.#нацпроект #национальные проекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп һалыу буйынса эштәр башланды. Мәктәп 375 урынға иҫәпләнгән. “Империя” төҙөлөш компанияһы объектты 2021 йылда тапшырырға вәғәҙә бирә, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Дәүләт заказсыһы – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы.
#нацпроект #национальные проекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Әле төҙөүселәр элекке мәктәп бинаһын демонтажлау менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш майҙаны әҙерләнә, материалдар килтерелә. Утыҙ йыл торған бина стенала ярыҡ барлыҡҡа килеү арҡаһында авария хәлендә тип табылған. Тиҙҙән был урында дүрт ҡатлы яңы мәктәп төҙөләсәк.
Уҡыу учреждениеһы һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу дөйөм майҙанды биләйәсәк. Класс кабинеттарынан, спорт залынан, ашхананан һәм ярҙамсы бүлмәләрҙән тыш, ҙур акттар залы, блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ та ҡаралған.
Ял итеү урынында хәрәкәтләнмәле уйындар өсөн – өс, тыныс ял итеү өсөн ике майҙансыҡ урынлаштырыласаҡ. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол һәм еңел атлетика, футбол өсөн майҙансыҡтар буласаҡ.
Мәктәп “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: