БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аппарат киң спектрҙа тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Уның ярҙамында эс ҡыуышлығы, бөйөр, баш мейеһе, һөйәк-быуын системаһы, бәләкәй янбаш ауырыуҙарын диагностикалап була. Logiq e R8 юғары класты портатив ультратауышлы сканерын тиҙ ярҙам күрһәткәндә, амбулатория шарттарында ҡулланыу уңайлы.