+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:25

Алты меңгә етеп киләләр

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, алты меңгә яҡынлаша, теүәлерәге, улар – 5 967.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,12 июлгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, алты меңгә яҡынлаша, теүәлерәге, улар – 5 967. Тәүлек эсендә тағы ла 46 ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа COVID-19-ҙан дауаланыусылар – 355. 33 сырхауҙың хәле ауыр, алтауһы яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Мең ярым ауырыу өйҙәрендә дауа ала. Эпидемия башланғандан алып 3 999 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Республикала мәкерле сирҙән өҙөлгән ғүмерҙәр – 19.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: