+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2020, 09:22

Көсөргәнешле эш өсөн - федераль түләүҙәр

Социаль хеҙмәтләндереүҙең стационар ойошмалары хеҙмәткәрҙәре айырыуса шарттарҙа эшләүҙәре һәм изоляция осоронда өҫтәмә көсөргәнеш өсөн дәртләндереү түләүҙәре аласаҡ.

Социаль хеҙмәтләндереүҙең стационар ойошмалары хеҙмәткәрҙәре айырыуса шарттарҙа эшләүҙәре һәм изоляция осоронда өҫтәмә көсөргәнеш өсөн дәртләндереү түләүҙәре аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостанға был маҡсатта федераль бюджеттан 320 миллион һум аҡса киләсәк. Күләме буйынса, Иркутск өлкәһенән ҡала, был икенсе ҙур транш.
Ойошмаларға аҡса федераль бюджеттан килеү менән күсереләсәк.
Әлеге мәлдә ике аҙналыҡ 5-се сменаны тамамлаған хеҙмәткәрҙәр менән иҫәп-хисап эшләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: