+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 13:02

Йәйге ялда – экология маршруттары буйлап

13 июлдә “Башҡортостан” милли паркында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ойошторған “Маршрут төҙөлдө” акцияһының яңы экологик маршруттары презентацияһы үтәсәк.#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #миллипроекттар #нацпроектыБашкортостан

13 июлдә “Башҡортостан” милли паркында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ойошторған “Маршрут төҙөлдө” акцияһының яңы экологик маршруттары презентацияһы үтәсәк.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #миллипроекттар #нацпроектыБашкортостан
Килеүселәргә “Күп яҡлы Күперле” турист маршруты, шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында “45 квартал” экокемпингындағы һәм “Бейек тау” экоһуҡмағындағы яңы объекттар күрһәтеләсәк. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инфраструктура “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә булдырыла.
Сара барышында Рәсәйҙә экологик туризмды үҫтереү перспективалары хаҡында фекер алышыу ҙа буласаҡ.
“Маршрут төҙөлдө” проекты эске экологик туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған. Туристар өсөн быйыл 30-ҙан ашыу ҡурсаулыҡ һәм милли парк мауыҡтырғыс программалар әҙерләгән. Ошо һылтанма буйынса үтеп, Рәсәйҙең матур тәбиғәте менән танышырға һәм интерактив тест ярҙамында йәйге ялды үткәреү өсөн урын һайларға мөмкин: http://testorquest.ru.
Фото БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды. Авторы – Ринат Фәтҡуллин.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: