+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 10:34

Сибайҙа битлек етештереү цехы асылды

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Сибайҙа бер тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр етештереү цехын ойоштороу проекты тикшерелгәйне. Был тәҡдим менән йәш эшҡыуар, “Корпорация Р” йәмғиәте директоры Роман Зәйҙуллин сығыш яһаны.

Ҡалала бындай цех бик кәрәк. Битлек социаль әһәмиәткә эйә тауарға әйләнде. Коронавирус эпидемияһы бөткәс тә, йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу маҡсатында, битлек кейеү ғәҙәте ҡаласаҡ.
Проектҡа инвестициялар 6,2 миллион һум тәшкил иткән. Был – эшҡыуарҙың үҙ аҡсаһы. Ул етештереү линияһы һәм сеймал һатып алған. Линия сәғәтенә – өс мең, сменаға – 54 мең, айына 1,5 миллион битлек етештереү ҡеүәтенә эйә. Һынау партияһын сығарғандар ҙа инде.
Роман Зәйҙуллин алты эш урыны булдырырға ниәтләй, продукцияны төрөү линияһы һатып алырға йыйына.
Ҡала хакимиәте эшҡыуарға тауар һатыуҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итәсәк. Республика Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ла ярҙам күрһәтәсәген белдерә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: