Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты республика территорияһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм уның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында элеккесә битлек режимы ғәмәлдә булыуы хаҡында хәтергә төшөрә.
Сауҙа ойошмаларында йөрөгән саҡта хәүефһеҙ социаль дистанцияны тотоу, битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ.
Сауҙа ойошмалары кешеләр араһында кәмендә 1,5 метр ара күҙәтелеүен тәьмин итергә, ошо араны белдергән махсус тамғалар һыҙып сығырға, биналарҙа һәм уларҙың эргә-тирәһендә кешеләрҙе үткәреү режимын күҙәтергә тейеш. Шулай уҡ дезинфекциялаусы саралар ҡулланып, ике-дүрт сәғәт һайын йыйыштырып тороу зарур.
Бынан тыш, сауҙа үҙәктәре түбәндәге талаптарҙы үтәргә бурыслы:
– ингән урында махсус аппарат ҡулланып, кешеләргә ҡағылмайынса ғына уларҙың температураһын үлсәү мотлаҡ;
- килгән кешенең температураһы 37,2 градустан юғары йәки инфекция сире билдәләре бар икән, уны сауҙа объектына индерергә түгел;
– ингән-сыҡҡан ерҙә һәм шулай уҡ һәр 2000 квадрат метр һайын күренеп торған урында дезинфекциялау сараһы булыуы шарт;
– килеүселәрҙең һанын көйләү мөһим: һәр 20 квадрат метрҙа 1 кешенән артмаҫҡа тейеш;
– ингән урында килеүсе-сығыусыларҙың иҫәбен алып барыусы счетчиктар ҡуйыу мөһим.
Санитария һәм эпидемияға ҡаршы нормаларҙың үтәлешен республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре даими күҙәтеп тора. Талаптарҙы боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла. Мәҫәлән, “юғары әҙерлек” режимы индерелгәндән бирле 3 747 ойошма тикшерелгән, административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында 327 эш ҡуҙғатылған.