+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:40

Башҡортостан туғыҙынсы урында

Беҙҙең республика инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта 16-сынан 9-сы урынға тиклем күтәрелде. Был турала кисә Стратегия инициативалары агентлығының Күҙәтеү Советында Президент Владимир Путин белдерҙе.

“Беҙ илдең инвестициялар өсөн иң ҡулай ун төбәк исемлегенә индек. Был нимә бирә һуң? Иң тәү сиратта – эш урындарының һәм халыҡ килеменең артыуын, һалымдарҙың күбәйеүен, социаль йүнәлешле проектарҙың тормошҡа ашырылыуын. 9-сы урын ул – беҙҙең етәксе команданың берҙәм эше. Йыл ярым эсендә беҙ 59 инвестсәғәт үткәрҙек, 462 млрд. һумға торошло 230 проект ҡараныҡ. Шуларҙың яртыһы бөгөн ғәмәлләштерелә лә инде. Район һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарының энергияһын һәм тәжрибәһен эшкә ҡуштыҡ. Беҙҙең маҡсат – артабан алға атлау. Башҡортостан кеүек көслө һәм үҙенсәлекле төбәк өсөн был сик түгел”, - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: