+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:50

38 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ

Кисә телефонға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр килде. Унда: “Гидрометеорология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 10-11 июлдә Башҡортостандың көньяғында хәүефле күренеш – көндөҙ 38 градусҡа тиклем эҫетеүе фаразлана. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ”, - тиелгән ине.

Республикала бөгөн аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын. Һауа температураһы төндә 18-23, көнсығышта 13-кә тиклем, көндөҙ 31-36 градус, республиканың көньяғында – 38 градусҡаса эҫе.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөүе ихтимал.
Өфөлә был көндәрҙә аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын. Һауа температураһы төндә 21-23, ҡала ситендә 18-гә тиклем, көндөҙ 34-36 градус була.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: