0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 02:29
“Йыл экспортеры”на ғаризалар ҡабул итеү оҙайтыла
Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй халыҡ-ара кооперация һәм экспорт премияһында ҡатнашыуға ғариза тапшырыу ваҡытын 12 июлгә тиклем оҙайтҡан. Конкурста бөтә һигеҙ округтан экспортерҙар ҡатнаша ала. #нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект
Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй халыҡ-ара кооперация һәм экспорт премияһында ҡатнашыуға ғариза тапшырыу ваҡытын 12 июлгә тиклем оҙайтҡан. Конкурста бөтә һигеҙ округтан экспортерҙар ҡатнаша ала.
#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект
Премияға шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре дәғүә итә ала.
Абруйлы премия ошо номинациялар буйынса тапшырыласаҡ: “Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортеры”, “Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йыл экспортеры”, “Юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортеры”, “Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә йыл экспортеры”, “Йыл трейдеры”, “Йыл асышы” (тик бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн), “Яңы география” (тик эре бизнес өсөн).
– Был еңел булмаған осорҙа экспортерҙарҙың ил иҡтисадында ниндәй роль уйнағанын иҫтә тотоу бик мөһим. Карантин сикләүҙәре шарттарында ла экспортерҙар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шуға ла беҙ быны дәүләт кимәлендә билдәләп үтергә тейешбеҙ, – ти Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина.
Экспортерҙар араһында конкурс “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
https://www.exportcenter.ru/awards/
сайтында конкурс хаҡында мәғлүмәт алырға һәм унда ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырырға мөмкин.
Автор:
Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы