+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 10:50

Һыуҙа фажиғәгә юл ҡуймайыҡ!

Көндәрҙең эҫе тороуы халыҡты йылға-күл буйҙарына әйҙәй һәм, үкенескә ҡаршы, һыуға батыу осраҡтары ла йышая. Был аҙнала һыу төшкәндә бер көндә генә лә 6 кешенең фажиғәле үлеү осрағы булды, тип хәбәр итә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының матбуғат хеҙмәте.

Ике көн эсендә Бөрө, Салауат, Ауырғаҙы райондарында 14 – 17 йәштәрҙәге өс бала һәләк булған. Дөйөм алғанда йыл башынан һыу буйҙарында кеше ғүмеренең ҡыйылыуы менән бәйле 73 бәлә-ҡаза осрағы теркәлгән.
Йылға-күл буйҙарында бәхетһеҙ осраҡҡа килтергән төп сәбәптәр өсәү:
  • эскелек;
  • тыйылған урында һыу төшөү;
  • балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
  • Таныш булмаған йәки тыйылған урындарҙа һыу төшмәҫкә саҡыра республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты. Унда ҡумырыҡтарҙың, өйрөлтмәктәрҙең булыуы, ул урындан күҙгә күренмәгән көслө аҫҡы ағымдың үтеүе ихтимал.
    Эскән килеш һыуға төшөргә, ярҙан алыҫ йөҙөп китергә, йылға-күлдәрҙе йөҙөп сығырға маташырға ярамай.
    Балаларҙы яңғыҙ һыу буйҙарына ебәрмәгеҙ, ярҙа уларҙы күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙ.
    Һыу төшөү өсөн тик ҡулайлаштырылған урындарҙы ғына һайлағыҙ.
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас: