+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:01

Республика дауаханаһының бер корпусы карантинға ябылған

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бер корпусын коронавирус арҡаһында 8 июлдән карантинға япҡандар.

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бер корпусын коронавирус арҡаһында 8 июлдән карантинға япҡандар. Дауахананың бер хеҙмәткәрендә COVID-19-ға шик бар. Уның менән аралашҡан кешеләр, хеҙмәткәрҙәр анализ биргән, бинала дезинфекция үткәрелә. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары хәбәр итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 9 июлгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны - 5 778. Тәүлек эсендә вирус 47 ауырыуҙа асыҡланған. Эпидемия башланғандан бирле был сирҙән 3 759 кеше һауыҡҡан. COVID-19 инфекцияһы йәмғеһе 19 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө.
Рәсәйҙә бөгөнгө көнгә ҡарата коронавирус эләктереүселәр барлығы 707 301 иҫәпләнә. Шуларҙың 6 509-ы аҙаҡҡы тәүлектә өҫтәлгән. Ил буйынса был ауырыуҙы 481 316 кеше еңеүгә өлгәшкән, унан бөтәһе 10 843 сырхау вафат булған.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: