+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 08:57

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Кисә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, республикала 70 ғаилә пары “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.

Кисә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, республикала 70 ғаилә пары “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Ҡыйғы районында был миҙалға лайыҡ булған Таңһылыу һәм Альберт Сәхәүетдиновтарҙы ҡотлау тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты.
Сәхәүетдиновтар үҙҙәренең алты ҡыҙын матур итеп тәрбиәләп үҫтергән, тәрбиәгә алған улын хәстәрлек менән солғаған. Был ҙур, талантлы ғаилә район һәм республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
– Таңһылыу Рамаҙан ҡыҙы һәм Альберт Кәбир улы кеүек һоҡланғыс парҙарҙы бөтәһе лә белергә тейеш. Ундай ғаиләләрҙән өлгө алырға кәрәк. Матур байрам менән һеҙҙе! Бөтә йөрәктән изгелек, именлек, һаулыҡ, мөхәббәт теләйем,– тине уларҙы тәбрикләп Ленара Иванова.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: