0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 11:35

Линейкаһыҙ 1 сентябрь

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов, быйыл мәктәптәрҙә 1 сентябрҙә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар булмай, тип белдергән. Был коронавирус инфекцияһының әле лә сигенергә уйламауы менән бәйле.

“Пандемияның тәүге йомғаҡтары: һынауҙар һәм донъя мәғариф системаһының яңы мөмкинлектәре” халыҡ-ара конференцияһында ул: “Беҙ линейкаларҙы башҡа төрлө үткәрәсәкбеҙ. Уҡыусылар мәктәпкә мотлаҡ киләсәк, уҡытыусылар ҙа килер һәм уҡытыу процессын башларбыҙ, тип ышанабыҙ”, - тине, тип хәбәр итә ТАСС мәғлүмәт агентлығы.
Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы уҡыу йылында барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күреләсәк, балаларҙы мәктәптә уҡытыуҙан баш тартырға уйламайҙар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: