+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 11:15

Эшһеҙлек ҡырҡа артманы

Хеҙмәт министры Антон Котяков белдереүенсә, июль башына илдә эшһеҙлек 4,7 процент тәшкил иткән. Майҙа иһә был күрһәткес 6,1 процентҡа еткән булған.

Хеҙмәт министры Антон Котяков белдереүенсә, июль башына илдә эшһеҙлек 4,7 процент тәшкил иткән. Майҙа иһә был күрһәткес 6,1 процентҡа еткән булған.
Министрҙың фекеренсә, хәлдең ыңғайға үҙгәреүе ваҡытында тейешле саралар күреүгә бәйле. Президент Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, зыян күргән предприятияларға эш хаҡы түләү өсөн судсидиялар бирелде, шулай уҡ түбән процентҡа кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелде. Дәүләт етәксеһе Хөкүмәттең был йүнәлештәге эшен һәм төбәктәрҙә пандемия ваҡытында халыҡҡа һәм иҡтисадҡа ярҙам ойоштороуҙы даими күҙәтеп барҙы, ти Антон Котяков.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: