+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 14:31

Һаулыҡ һағында

Иглин районының Ивано-Казанка ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән.#нацпроект #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектздоровье #нацпроектобразование

Иглин районының Ивано-Казанка ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән.
#нацпроект #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектздоровье #нацпроектобразование
Яңы ФАП-тың дөйөм майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итә. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, процедура кабинеты, аптека, санузел, хеҙмәткәрҙәр, кәрәк-яраҡ тотоу өсөн бүлмләр бар.
Әле бинала 380В электр үткәрелә, биҙәү эштәре тамамланыуға бара. Йыһаздар һәм мебель урынлаштырырға әҙерләнәләр.
Яңы ФАП 648 кешене, шулар араһында 95-е – балалар, хеҙмәтләндерәсәк. Улар Ивано-Казанкала һәм 16 саҡрым аралыҡта ятҡан ауылдарҙа йәшәй. Эргәлә торған элекке ФАП бинаһын табип өсөн йорт итеп ҡорасаҡтар.
– Заманса комплексҡа халыҡ бик шатлана. Модулле конструкцияны ҡороу оҙаҡ ваҡыт талап итмәне, ФАП бер айҙа төҙөлдө. Уңайлы пандусҡа арба һөйрәгән йәш әсәйҙәр, оло йәштәгеләр айырыуса шатланыр. Әле һыу, электр менән тәьмин итеү эштәрен башҡарабыҙ, – ти ауыл хакимиәте башлығы Андрей Куклин.
Ивано-Казанка ауылында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә шулай уҡ спорт залы ремонтланған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: