Билдәле булыуынса, республикала 22 июндән һәм махсус бойороҡ сыҡҡанға тиклем урман фондында янғынға ҡаршы режим индерелде. Башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар был осорҙа тораҡ пункттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеүҙе көсәйтергә, барлыҡ янғын бүлексәләрендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, бөтә тораҡ пункттарҙы телефон бәйләнеше менән тәьмин итергә, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштерергә тейеш. Әлбиттә, һәр кем тәбиғәткә сыҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы. Быйыл 19 урман янғыны теркәлгән. Ут сығыуҙың төп сәбәбе – кеше факторы.