+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 12:40

Тәбиғи газ индереү – бушлай

Төмән өлкәһендә һәр йортҡа газ индереү буйынса бай тәжрибә тупланған, һәм ул башҡа төбәктәрҙә был мәсьәләне хәл иткәндә киң файҙаланырға тейеш, тигән фекерҙә белгестәр.

Төмән өлкәһендә һәр йортҡа газ индереү буйынса бай тәжрибә тупланған, һәм ул башҡа төбәктәрҙә был мәсьәләне хәл иткәндә киң файҙаланырға тейеш, тигән фекерҙә белгестәр.
Үткән аҙнала Президент Владимир Путин Хөкүмәткә һәм урындарҙағы власть органдарына бергәләп халыҡтың тәбиғи газ менән ҡулланыу мөмкинлеген ғәмәлләштерергә ҡушты. Ҡабул ителгән документта башҡарма власть органдарына "Газпром" компанияһы һәм башҡа был өлкәгә ҡағылышлы ойошмалар менән берлектә финанс сығанаҡтарын билдәләргә ҡушыла. Проектта халыҡтан аҡса йыйыу ҡаралмай. Ҡарарҙың үтәлеше буйынса докладты комиссия 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем бирергә тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: