+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 18:32

Киләсәккә һөнәр һайлайҙар

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Киләсәккә билет” Бөтә Рәсәй проекты булдырылған. Ул үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Киләсәккә билет” Бөтә Рәсәй проекты булдырылған. Ул үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.
Проект 6 – 11 класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Башҡортостанда ул июлб айында старт аласаҡ, ноябргә тиклем дауам итәсәк. Проект майҙандары 68 компетенция буйынса эшләйәсәк.
Тәжрибәле уҡытыусылар үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәре менән таныштырасаҡ, уға йәлеп итәсәк. Барлыҡ этаптарҙы үткәс, уҡыусыларға шәхси кәңәштәр бирелә.
Башҡортостанда проекттың операторы булып Алдан һөнәргә әҙерләү үҙәге тора.
#национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: