29 майҙа "Норникель" компанияһына ҡараған ТЭЦтың резервуарынан 21 мең тонна яғыулыҡ тундраға һәм эргәләге йылға-күлдәргә ағып төштө. Аварияның сәбәбен климаттың үҙрәгеүе, тундраның ирей башлауы менән аңлаталар компанияла. Резервуарҙың нигеҙе ҡуҙғалыу сәбәпле ул тишелгән. Нисек кенә булмаһын, был хәл айҡанллы енәйәт эше асылған, тикшереү бара.