-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 19:09

29 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 7 июлгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 5 686-ға еткән. Һуңғы тәүлектә вирусты тағы 48 кеше эләктергән.

Әле стационарҙарҙа 416 ауырыу дауалана. Шуларҙың 29-ы ауыр хәлдә ҡала, етеһе – яһалма һулыш аппаратында. Сирҙе еңел үткәреүсе 1 802 сырхау дауаны амбулатор шарттарҙа ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә 59 кеше сәләмәтләнеп сыҡҡан. Республикала коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 3 363.
Эпидемия башынан алып COVID-19 барлығы 19 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте. Һуңғы тәүлектә вафат булыусылар хаҡында хәбәрҙәр юҡ.
Республикала пневмония менән сирләүселәр артыуы борсолоу тыуҙыра. Кисәле-бөгөнлө 156 сырхауҙың үпкәләре ялҡынһынған. Улар бөтәһе лә COVID-19-ға тикшереү үткән. Тәүлек эсендә был сирҙән һауығып дауахананан сығыусылар – 79.
Бөгөнгө көнгә ҡарата бөтәһе 434 186 тикшереү уҙғарылған, 415 570 кеше тикшерелгән. Аҙаҡҡы тәүлектә 5 221 тест эшләнгән, 5 092 кеше анализ биргән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: