0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 23:49

Туғандаш халыҡҡа коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам иттеләр

Ҡарасәй-Черкес Республикаһында командировкала булған Башҡортостан табиптары Өфөгә ҡайтты.

Ҡарасәй-Черкес Республикаһында командировкала булған Башҡортостан табиптары Өфөгә ҡайтты. 17 белгестән торған бригада өс аҙна дауамында был төбәктәге хеҙмәттәштәренә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә махсуслашҡан дауаханаларҙа эште ойошторорға ярҙам итте.
Республикабыҙ табиптары унға яҡын дауахананы тикшергән. 16 июндән 5 июлгә тиклем улар 900-ҙән ашыу пациентҡа консультация үткәргән, 525 компьютер томографияһы һәм рентген тикшереүе уҙғарған.
“Башҡортостан медиктары коронавирусҡа ҡаршы көрәштә билдәле бер тәжрибә тупланы. Һәм беҙ уны башҡалар менән уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең белгестәр яңы коронавирус инфекцияһын профилактикалау, диагностикалау һәм дауалау буйынса был төбәк дауаханалары хеҙмәткәрҙәре өсөн лекциялар уҡыны, “ҡыҙыл зона”ла эшләне, “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналар араһында шлюздарҙы нисек яҡшыраҡ урынлаштырыу хаҡында кәңәштәр бирҙе. Медиктарыбыҙ эшләгән осорҙа Ҡарасәй-Черкес республика клиник дауаханаһында коронавируслы ауырыуҙар һаны 276-нан 42-гә тиклем кәмене. Урындағы халыҡ уларға иң йылы һүҙҙәр әйтә. Һөнәри оҫталыҡ менән эшкә дөрөҫ ҡараш яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Хәҙер табиптар аҙыраҡ ял итер ҙә үҙ дауаханаларында һәм поликлиникаларында яңынан эшкә тотонор”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
“Табиптарыбыҙ госпиталдәрҙе йәйелдереүҙә, уларҙың эшен көйләүҙә методик ярҙам күрһәтте. Бөтәһе лә ҡәнәғәт, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтты. Үҙизоляцияла ике аҙна булғас, улар даими эш урынына ҡайтасаҡ”, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: