-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 12:30

Табиптарға өҫтәмә түләүгә – 7,5 миллиард

Рәсәй Хөкүмәте июлдә коронавирус инфекцияһы йоҡторған ауырыуҙар менән эшләгән табиптарға өҫтәмә түләүҙәр өсөн 7,5 миллиард һум аҡса бүлде. Тейешле документтарға премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итәләр башҡарма власть органының рәсми сайтында.

Күрһәтелгән сумма Хөкүмәттең резерв фондынан бүленгән. Хәүефле шарттарҙа эшләгән табиптарҙы, урта һәм кесе медицина персоналын, “тиҙ ярҙам” машиналары водителдәрен дәртләндереү тураһында Президент Владимир Путин күрһәтмә биргәйне. Тәүҙә һүҙ өс ай тураһында барһа, хәҙер түләүҙәр йәй аҙағына тиклем оҙайтылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: