Иглин ауылының Горький урамында төҙөлөш эштәре тамамланған. Был – ауылдың иң күп машиналар йөрөй торған урамы.
Юл төҙөү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект
Ремонт барышында юл төҙөүселәр иҫке япманы фреза менән алып, яңы асфальт һалған, юл ситтәренә таш түшәгән, ике туҡталыш павильоны, яңы билдәләр урынлаштырған, шулай уҡ йәйәүлеләр йөрөй торған ерҙең кәртәләрен яңыртҡан.
– Беҙ ауылдың иң күп халыҡ йөрөй торған урамдарының береһен тәртипкә килтерҙек. Бында көн һайын йөҙәрләгән, меңәрләгән машина үтә, пассажир автобустары йөрөй. Ауыл халҡы яңы, сифатлы асфальттан йөрөүенә бик шат, – ти Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко.
Контракттың дөйөм хаҡы 18 миллион һум тәшкил иткән.