-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 12:50

Ер урынына – 250 мең һум аҡса

Күп балалы ғаиләләргә үҙҙәренә тейешле ер участкаһына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин. Был турала ҡарар проекты республика Хөкүмәтендә тикшереү үтте.

Күп балалы ғаиләләргә үҙҙәренә тейешле ер участкаһына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин. Был турала ҡарар проекты республика Хөкүмәтендә тикшереү үтте.
Документтың тәҡдим ителгән проектында ҡайһы бер сикләүҙәр индереү ҡаралған була. Әйтәйек, ишле ғаиләләргә ер урынына 250 мең һум алыу тураһында ҡарарын рәсмиләштереүгә 30 көн бирелә. Әгәр бүленгән аҡсаны тотоноуға билдәләнгән бер йылда кеше килешеү төҙөмәһә, уның ошо 250 мең һумға хоҡуғы юғала.
Республика хөкүмәте президиумы был сикләүҙәр менән килешмәне һәм проектты еренә еткереп эшләп бөтөрөүҙе талап итте, тип белдерә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в