Башҡортостандың дүрт табибы “Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Юғары дәүләт наградаларын Ҡарасәй-Черкес Республикаһы Башлығы Рәшит Темрезов ҡулынан Руслан Ғүмәров, Салауат Өмөтбаев, Евгений Кустов һәм Константин Золотухин алды.
Юғары квалификациялы 17 белгестән торған бригада Өфөнән был төбәккә коронавирус йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалауҙа ярҙам итеү өсөн киткәйне. Улар Ҡарасәй-Черкес Республикаһы Башлығы Рәшит Темрезовтың Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға мөрәжәғәте буйынса ебәрелгәйне.
Өс аҙна буйына табиптарыбыҙ хеҙмәттәштәренә коронавирус менән сирләүсе ауырыуҙарҙы дауалауҙа булышлыҡ итте.