Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала юғары әҙерлек режимын тағы ла йомшартыу өсөн әлегә нигеҙ булмауын билдәләне. Был турала ул бөгөн, 6 июлдә, Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Фәрит улы йәмәғәт транспортында, сауҙа ойошмаларында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында, предприятиеларҙа битлек режимын һаҡлау мөһимлеген әйтеп үтте.
Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар тәүлек эсендә йәнә 47 кешегә күбәйгән. Эпидемия башланғандан алып бөгөнгә тиклем был сир йәмғеһе 5 638 сырхауҙа раҫланған.
Дауаханаларҙа әле 412 ауырыу ята. Шуларҙың 32-һе интенсив терапия һәм реанимация бүлектәрендә дауалана. 1 817 сирле табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы өйөндә ҡабул итә. Республикала, дөйөм алғанда, 3 304 кеше COVID-19-ҙы еңеүгә өлгәшкән. Мәкерле вирус 19 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө.