-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 13:00

Президент рәхмәт әйтте

Президент Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләрҙе күпселектә хуплаған Рәсәй халҡына рәхмәтен еткерҙе. Был турала етәксе «Еңеү” ойоштороу комитетында белдерҙе.

Президент Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләрҙе күпселектә хуплаған Рәсәй халҡына рәхмәтен еткерҙе. Был турала етәксе «Еңеү” ойоштороу комитетында белдерҙе.
Әйткәндәй, ошо ултырышта Президент “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исемдәр биреүҙе хупланы. Уға ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп эвакуацияланған предприятиелар, кешеләрҙе ҡабул иткән һәм Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән Өфө ҡалаһы ошо юғары исемгә лайыҡ булды. Ҡултамғалар тап тауыш биреүҙәр көнөндә йыйылды. Уға миллионлаған кеше ҡул ҡуйған.
Дәүләт етәксеһе ултырышта илдең төп документына үҙгәрештәр индереү кәрәклеген бер нисә тапҡыр әйтеүен билдәләне. Конституцияға төҙәтмәләр индереү өсөн илдең унлаған законын үҙгәртеү зарур. Президент был турала эшсе төркөм ағзалары менән бөгөн, йәғни 3 июль, фекер алышасаҡ.
Билдәле булыуынса, тауыш биреүҙәр 25 июндән 1 июлгә тиклем барҙы. Рәсәй Президенты тәҡдим иткән төҙәтмәләрҙең социаль йүнәлешле булыуын иҫәпкә алғанда, илдең төп документына үҙгәрештәр күпселек тауыш менән хупланды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: