Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың тағы бер ғүмерҙе өҙөүе хаҡында хәбәр итә. Мәкерле вирус ҡорбаны – Бәләбәй районынан 1955 йылғы уҙаман.
Ул, өҫтәүенә, юғары ҡан баҫымынан да яфаланған булған... Эпидемия башланғандан бирле республикала COVID-тан донъя ҡуйыусылар хәҙер 19 булып китте.
3 июлгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 5 497. Тәүлек эсендә 47 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 401 сирле ята. Уларҙың 27-һенең хәле ауыр тип баһалана, һигеҙе йәшәү өсөн яһалма һулыш аппараты ярҙамында көрәшә.
Ауырыуҙы еңел үткәреүсе 1 775 сырхау табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирустан сәләмәтләнгән 97 кеше дауахананан сыҡҡан. COVID-19-ҙы еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 3 216.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикала пневмония менән ауырыусыларҙың артыуын билдәләй. Тәүлек эсендә үпкәһе ялҡынһынған 156 ауырыу дауаханаға һалынған. Улар бөтәһе лә коронавирусҡа тикшерелгән. Кисәле-бөгөнлө 73 кеше был сирҙән һауығып сыҡҡан.