+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 12:50

Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы!

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостандың баш ҡалаһынан тыш был юғары исемгә Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Өфө, Силәбе, Ярославль ҡалаларына лайыҡ булды. “Халҡы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ирешеүгә, сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһы менән тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән өсөн”, - тип билдәләнә документта.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһын, бихисап мәҙәниәт һәм ғилми учреждениеларҙы, һуғыш барған өлкәләрҙән эвакуацияланған 104 мең кешене ҡабул итте. Ҡала сәнәғәте тик фронт өсөн эшләне.
Был ваҡиға Өфөлә Ленин майҙанында 10 минутлыҡ салют менән билдәләнәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: