+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:34

“Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты нисек бойомға ашырыла?

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Барыһы 40 маҡсатлы күрһәткескә ирешеү ҡаралған. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 5626,9 миллион һум тәшкил итә. Уның 4113,96 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, 1513,94 миллион һумы республика бюджетынан бүленәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Барыһы 40 маҡсатлы күрһәткескә ирешеү ҡаралған.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 5626,9 миллион һум тәшкил итә. Уның 4113,96 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, 1513,94 миллион һумы республика бюджетынан бүленәсәк.
“Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ҡараған сараларҙы тормошҡа ашырыуға 2020 йылда 422 миллион һум йүнәлтеләсәк. Был аҡсаның 307,67 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.
Был проект сиктәрендә федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 57 модулле фельдшер-акушер пункты алыу һәм эксплуатацияға индереү планлаштырыла. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 15 модулле ФАП алыу ниәтләнә.
Июнь башына хәлгә килгәндә, свайлы нигеҙ ҡороу һәм модуль конструкцияларын йыйыу буйынса эштәр бара. 13 капиталь фельдшер-акушер пунктын төҙөү тамамланыу алдында.
“Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыуҙа 59 поликлиникала эштәр үҫештең “нигеҙ” кимәленә еткерелгән.
Федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 75 санитар авиация осошо планлаштырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: