+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:20

Белоруссияның бойондороҡһоҙлоҡ көнө

Бөгөн Белоруссияның бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Был дата 1944 йылдың 3 июлендә Минскты немец-фашистарынан азат итеү айҡанлы булдырылған.

Бөгөн Белоруссияның бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Был дата 1944 йылдың 3 июлендә Минскты немец-фашистарынан азат итеү айҡанлы булдырылған.
Белоруссия һуғыш йылдарында иң ҙур юғалтыу кисергән СССР-ҙың элекке Союз республикаһы. Бында һәр дүртенсе кеше башын һала. 209 ҡала һәм 5454 ауыл тулыһынса йә өлөшләтә емерелә.
Беларусь партизандар төбәге булараҡ дан ала. Ил баҫҡынсыларына ҡаршы 374 мең партизан һуғыша.
Байрам айҡанлы Рәсәй Президенты Владимир Путин Белоруссия етәксеһе Александра Лукашенконы ҡотланы, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт агентлыҡтары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: