+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 01:38

Бәләбәйҙәргә – субсидия

Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се сәнғәт мәктәбе федераль субсидия алған. Ул ике миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се сәнғәт мәктәбе федераль субсидия алған. Ул ике миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, субсидияға яңы Kawai рояле алынған. Ул яңыртылған тантана залында ҡуйылған.
Шулай уҡ 40 мольберт, ҡом менән һүрәт төшөрөү өсөн 14 өҫтәл, уҡыусыларға 32 мебель йыйылмаһы, банкеткалар, “Никон” көҙгөлө фото һәм видео камераһы, ноутбук, интерактив таҡталар, ике проектор, ике экран, уҡыу әсбаптары һәм стендтар алынған.
Мәктәп өсөн йыһаз-ҡорамалдар һәм әҙәбиәт “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты сиктәрендә алынған.
Бәләбәй сәнғәт мәктәбендә 860 бала шөғөлләнә. Улар халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алып ҡыуандыра. Яңы ҡорамалдар уҡыусыларға артабан да яңы еңеүҙәр яуларға ярҙам итер.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: