0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:37

Ауыл эшсәндәренә ярҙам

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы 2020 йылдың апрель-майында төбәктәрҙәге 70-кә яҡын ауыл хужалығы кооперативын булдырыуға ярҙам иткән. Бындай кооперативтар иң күбе Башҡортостанда, Татарстанда, Дағстанда, Сахала (Якутия), шулай уҡ Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, Белгород, Липецк, Ульяновск өлкәләрендә барлыҡҡа килгән.

Төбәктәрҙә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы ярҙамы менән апрелдә – 31, майҙа 38 ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килгән.
Программа 2018 йылда башланғыс алған. Аграрийҙарға ярҙам итеү сараларына Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының махсус кредит, гарантия һәм лизинг продукттары, шулай уҡ субсидиялары һәм гранттары инә.
2018 йылдан бирле Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы ҡатнашлығында ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендә 323 проект финансланған. Уларҙың дөйөм суммаһы 8,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙам программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: