Өфөлә уҙған “Киләсәк территорияһы. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумы пандемиянан һуң офлайн-форматта эшләүсе тәүге халыҡ-ара сара булды һәм үҙ майҙансыҡтарында 85 экспертты: йәмәғәт эшмәкәрҙәрҙәрен, сәйәсмәндәрҙе, ҙур бизнес вәкилдәрен, ғалимдарҙы һәм архитекторҙарҙы йыйҙы.
“Дәүләт идаралығы – кешеләр өсөн” тигән пленар ултырыш форумдың төп секцияһы булды. Унда милли проекттар һәм төҙөкләндереү буйынса комплекслы программалар, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы һәм туризм өлкәһенә инвестициялар, төҙөлөш тармағы перспективалары һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр тикшерелде.
Форумды ойоштороу комитеты рәйестәше Сергей Капков күп төбәктәр төҙөкләндереү программаларын туҡтатып торғанда, Башҡортостандың был тәңгәлдә финанслауҙы һәм эштәр күләмен арттырыуын билдәләне.”Был тәжрибәне күрше төбәктәргә лә, федераль кимәлдә лә таратыу мөһим”, – тине ул. “Кеше үҙ фатирынан сығып, эштәрен тамамлап, өйөнә ҡайтҡан мәлгә тиклем ҡала мөхите менән ҡәнәғәт булырлыҡ шарттар тыуҙырырға теләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Быйылғы йыл Башҡортостанда Эстетика һәм төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителде. Еңел бурыстарҙы ла, етди, күләмле проекттарҙы ла яҡшы үтәрбеҙ, тип иҫәп тотабыҙ”. Ул бөтә ауыл-ҡалаларҙың һәм, дөйөм алғанда, төбәгебеҙҙең кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тырышыуын әйтеп үтте.
Милли проекттар һәм уларҙың төбәктәрҙә ғәмәлгә ашырылыуына форумда айырым туҡталып киттеләр. Төбәктең тотороҡло алға барыуында кеше потенциалы үҫеше, рациональ финанс идаралығы, ресурстар менән идара итеү мөһим роль уйнауы хаҡында һүҙ барҙы.
Ҡалалар территориялары үҫеше проблемаларын тикшереүҙең һәм уларҙың тормош эшмәкәрлеген бер нисә йылға алдан планлаштырыуҙың мөһимлеген сит ил спикерҙары ла әйтеп үтте. Италияның Милан ҡалаһы мэры урынбаҫары Пьерфранческо Марандың, Төркиәнең Измир ҡалаһы мэры Тунч Сойерҙың сығыштары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Форум сиктәрендә 15-тән ашыу эшлекле сара уҙҙы. Улар халыҡ-ара тәжрибәне һәм урбанистика нескәлектәре экспертизаһын, Башҡортостандың билдәле кейстарын, уның уңыштарын һәм потенциалын берләштерҙе.
РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙелдең төҙөкләндерелеүсе яр буйын ҡараны. Уның дөйөм оҙонлоғо 4,9 километр. Бында автоюл төҙөлгән, тротуарҙар һәм велосипедсылар өсөн юл һалынған, йылғаға төшкән урындар уңайлы итеп эшләнгән. Дуҫлыҡ монументы эргәһендә йәйәүлеләр өсөн ер аҫтынан үтеү юлы төҙөлә башлаған.
“Өфөгә килеүем тәү тапҡыр түгел. Ҡаланың матурланып үҙгәреүе бик оҡшай”, – тине Максим Егоров.
Мәскәү урбанистика үҙәге “Ҙур мәғлүмәттәр – идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү инструменты”секцияһында Өфөнөң интеграль моделен тәҡдим итте. Ул өс төп нәмәне күҙҙә тота: йәшәү уңайлылығын, ҡала инфраструктураһынан файҙаланыу мөмкинлеген, ҡулланыу иҡтисадының тотороҡлоғон.
“Ғилми-мәғариф үҙәге - ҡала үҫеше драйверы” тигән секция ултырышында уҡыу йорттарын территорияларҙы үҫтереү проекттарына, бизнестың тармаҡ стратегияларына йәлеп итеү үҙенсәлектәре ҡаралды. Шундай проекттарҙың береһе – Башҡортостанда Евразия ғилми-мәғариф үҙәген булдырыу. Был тәҡдимде әлеге мәлдә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығында ҡарайҙар. Үҙәкте булдырғанда Дим биҫтәһендә 5 мең кешегә иҫәпләнгән студенттар кампусы төҙөү күҙҙә тотола. Унда студенттар өсөн дөйөм ятаҡтар, йәш ғалимдар өсөн йорттар, тикшеренеү корпусы, тәжрибә полигоны, спорт һәм медицина комплекстары урынлашасаҡ.
Мәскәү ҡалаһының туризм буйынса комитеты етәксеһе Екатерина Проничева Башҡортостанда туристарҙы йәлеп итерҙәй урындар күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эксперт фекеренсә, республиканың мәҙәни мираҫы халыҡ-ара һәм эске туризмды үҫтерергә ярҙам итәсәк.
“Территорияларҙы үҫтереү программаларын синхронлаштырыу. Башҡортостан тәжрибәһе” секцияһындағы сығышында РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Максим Егоров ҡалалар үҫешендә граждандарҙың фекерен иҫәпкә алыу һәм бизнесты йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне.
Плёс ҡалаһы башлығы һәм мәшһүр башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов Плёста территорияларҙы үҫтереү проблемаларының нисек хәл ителеүе хаҡында бәйән итте. Плёс кесе ҡалаларҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан икән. Кәримов шулай уҡ ағас һәм таш архитектура ҡомартҡыларына бай Өфөнө лә онотмаған: “Мин Өфөлә тыуҙым һәм уның тарихи йөҙөн һаҡлау һәм тергеҙеү мөмкин, тип иҫәпләйем”, – тине ул.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән осрашыуҙа Рәсәй моноҡалаларын үҫтереү фонды етәксеһе Ирина Макиева төбәктәрҙәге бәләкәй ҡалаларҙың үҫеше буйынса проекттарҙы хуплау өсөн тағы ла 6 млрд. һум алыуға заявка бирелеүе хаҡында белдерҙе.
Форумда шулай уҡ Рәсәйҙең Олимпиада командаһын кейендереүсе ZASPORT компанияһының тегеү фабрикаһын асыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Уның етәксеһе Анастасия Задорина етештереүҙе ойоштороуға ғына түгел, республикабыҙҙа Рәсәй еңел сәнәғәтенең алдынғы үҙәген булдырыу мөмкинлегенә ышаныс белдерҙе.
Халыҡ-ара форумда республика өсөн мөһим бер нисә килешеү төҙөлдө. Йомғаҡлап, тәү тапҡыр уҙған был файҙалы сараны йыл һайын ойоштороу мөһимлеге билдәләнде.