Рәсәйҙә Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тауыш биреүҙәр тамамланды. Иң һуңғыһы булып Калинград өлкәһендәге һайлау комиссияһы ябылды. Ошо сәғәткә белгестәр 99,52 процент протоколдарҙы эшкәрткән. Төп документҡа үҙгәрештәрҙе тауыш биреүселәрҙең 77,98 проценты хуплаған, 21,21 проценты - ҡаршы.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә 100 процент протоколдар эшкәртелгән. Күптәр төҙәтмәләрҙе хуплаған.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тауыш биреүҙәрҙең йомғаҡтары буйынса брифинг үткәрҙе. Республика биләмәләрендә һайлау комиссияларының эшен 29 мең 395 кеше тәьмин иткән. Тауыш биреүҙәрҙә 2 миллион 763 меңдән ашыу кеше ҡатншаҡан, был иһә дөйөм һандың 90,83 проценты. Өфөлә - 86,85 процент,ҡалаларҙа - 88,28, ә райондар буйынса уртаса - 93,73 процент. Уларҙан 2 миллион 448 меңдән ашыу кеше төҙәтмәләргә – “эйе”- тип яуап биргән, 292 мең 701 кеше, “юҡ”, тигән.
30 йәшкә тиклемге йәштәрҙең 80 проценты тауыш биргән. Һайлауҙар барышын 13 мең 406 күҙәтеүсе ҡараған.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифинг аҙағында барлыҡ тауыш биреүселәргә лә үҙенең рәхмәтен еткерҙе.