+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 18:41

Мәҙәни ирекмән үҙәктәре ярыша

Беренсе Бөтә Рәсәй мәҙәниәт өлкәһендәге волонтер үҙәктәре конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бүләкләү фонды миллион һум тәшкил итә.

Беренсе Бөтә Рәсәй мәҙәниәт өлкәһендәге волонтер үҙәктәре конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бүләкләү фонды миллион һум тәшкил итә.
РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова әйтеүенсә, даими ирекмәндәр менән эәшләгән һәм уларҙы үткәрелгән сараларға ғына түгел, көндәлек эшмәкәрлеккә лә йәлеп иткән ойошмаларға ярҙам итергә кәрәк.
Конкурста коммерция булмаған һәм белем биреү ойошмалары, шулай уҡ волонтер үҙәктәре ойошторолған мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша ала. Ситтән тороп үткәрелгән этапта ирекмәндәр үҙәктәрҙең быйылға үҫеш концепцияһын эшләргә һәм ирекмәнлек идеяларын алға һөрөү буйынса мәғлүмәт кампанияһы үткәрергә тейеш. Киләһе этапта эксперт комиссияһы ун еңеүсене билдәләй. Улар волонтер үҙәген үҫтереү өсөн 100-әр мең һум аҡса аласаҡ.
Конкурс “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Ғаризалар 26 июлгә тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары менән dobro.ru порталында танышырға мөмкин.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: