+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 01:29

Кешеләрҙең 90 проценты тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашты

Башҡортостанда кешеләрҙең 90 проценты тауыш биргән. Был хаҡта “Россия 24” каналына әңгәмәһенә республика башлығы Радий Хәбиров белдергән. Ул Башҡортостанда Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр процедураһына яҡынса йомғаҡ яһаны.

Радий Фәрит улы, республика халҡының һайлауҙарҙа электән дә әүҙем булыуын билдәләне:
-Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһе позитив, был да тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһаны. Бынан тыш ул ете көн дауамында барҙы. Был иһә санитар-эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәргә мөмкинлек бирҙе. Кешеләр һайлау участкаларына яҡшы кәйеф, изге ниәт менән килде. Конституция ул- мөһим документ. Унын әһәмиәтен бәхәстәр барышында аңланылар тип уйлайым. Төрлө фекерҙәр булды, ләкин йәмғиәт төп документта билдәләнгән идеялар тирәһендә туплана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: