Рәсәй статистика хеҙмәте етәксеһе Павел Малков хәбәр итеүенсә, быйыл көҙ үтергә тейешле халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылға күсерелә.
Был турала Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйылған, иҫәп алыу киләһе йылда апрель айында үтә. Мөһим дәүләт сараһының күсерелеүе коронавирус пандемияһына бәйле, тип белдергән ул ТАСС мәғлүмәт агентлығына.
Павел Малков әйтеүенсә, бындай үҙгәреш халыҡ иҫәбен алыуға яҡшыраҡ әҙерләнер өсөн статистика хеҙмәтенә өҫтәмә мөмкинселектәр бирә.