Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы, республика биләмәһендә киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем араҡы һатылмай ине. Төбәк ҡануниәтен федераль законға яраҡлаштырыуға бәйле, сикләүҙәр ваҡыты төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта, кәрәк тип тапһа, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты был режимға төҙәтмәләр индерә һәм урындағы сикләүҙәр билдәләй ала.