+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 17:40

Аҙыҡ-түлек кластеры буласаҡ

Башҡортостанда етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе һәм сауҙа өлкәһен берләштергән агро аҙыҡ-түлек кластеры булдырыу планлаштырыла.

Башҡортостанда етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе һәм сауҙа өлкәһен берләштергән агро аҙыҡ-түлек кластеры булдырыу планлаштырыла.
Яңы структураның концепцияһы Иҡтисад үҫеше министрлығы ярҙамында эшләнгән. Әгәр Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы хуплауын үтһә, ул илдә тәүге шундай кластер буласаҡ. Был хаҡта бөгөн “Ауыл хужалығы” сәғәтендә ентекле һөйләшеү булды.
“Беҙ – аграр төбәк, халыҡ арзан хаҡҡа Башҡортостанда етештерелгән продукцияны һатып алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Үткән тауыш биреүҙәрҙә ойошторолған йәрминкәләр өсөн Ауыл хужалығы министрлығына, Дәүләт сауҙа комитетына рәхмәтемде белдерәм. Идеалда тауар етештереүселәр өсөн даими эшләгән һәйбәт сауҙа урындары булдырырға кәрәк”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Республикала 1 376 – федераль сауҙа селтәре, 883 республика селтәренә ҡараған магазин, 22,7 мең йорт янындағы ваҡ сауҙа нөктәһе эшләй. Тик уларҙа урында етештерелгән аҙыҡ-түлек 30 процент ҡына. Бының сәбәбе, шул иҫәптән, эшкәртеү һәм һаҡлау ҡеүәттәренең етешмәүе менән аңлатыла.
Вице-премьер Рөстәм Моратовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, проектҡа Башҡортостан тармаҡ прграммалары иҫәбенә - 28 млрд., федераль бюджеттан 5,6 млрд. һум инвестициялар йәлеп итергә иҫәп тота.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: