-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 13:00

2021 йылға яҙылыу башланды

Рәсәй Почтаһы 2021 йылдың тәүге яртыһына быйылғы хаҡтар менән яҙылыу кампанияһы башланы.

Рәсәй Почтаһы 2021 йылдың тәүге яртыһына быйылғы хаҡтар менән яҙылыу кампанияһы башланы.
Ул 1 июлдән старт алды. Был осорҙа, https://podpiska.pochta.ru/ сайтына инеп, почта бүлексәләрендә баҫмаларҙы ҡағыҙ каталог буйынса һайлап, почтальонды өйгә саҡырып, гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин.
Акцияла 1100 баҫма ҡатнаша. Улар исемлегенә Башҡортостанда сыҡҡан барлыҡ ваҡытлы матбуғат саралары ла ҙа ингән.
Шулай уҡ интернат-мәктәптәргә, балалар йорттарына, ветерандарға, оло йәштәге күрше-күләнегеҙгә, башҡа мохтаждарға хәйриә йөҙөнән матбуға баҫмалары яҙҙырта алаһығыҙ. Бының өсөн почта бүлексәләрендә, сайттағы акция биттәрендә “Изгелек ағасы” https://podpiska.pochta.ru/derevo-dobra/region һәм “Күршеңде яҙҙыр” https://podpiska.pochta.ru/collection/sosed һылтанмалары буйынса төбәкте, социаль учреждениены һайларға, йәки адрестарын яһырға кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в