+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 11:55

Ярҙам күсерелә башланы

Бөгөн Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләүҙәр күсерелә башланы. Бының өсөн ғариза яҙып йөрөргә кәрәкмәй, аҡсалар автоматик рәүештә иҫәпкә инә. Шулай уҡ элек яҙылған ғаризалар буйынса 3 йәшкә тиклемге балаларға 5 мең һум аҡса ла түләнәсәк.

Билдәле блуыуынса, Президент Владимир Путин пандемиянан һуң ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында июнь айында ошондай түләүҙәр хаҡында белдергәйне. Унда дәүләт башлығының ҡушыуы буйынса балалы ғаиләләр 3 йәштән 16 йәшкә тиклем - 10 мең һум, ә өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өс ай дауамында 5 мең һум аҡса алды.
Президент һуңғы мөрәжәғәтендә июль айында тағы ла 16 йәшкә тиклемге балаларға 10 мең һум аҡса бүлеү тураһында белдерҙе. Бөгөн, йәғни 1 июль көнө, ул аҡсалар ғаиләләрҙең элек биргән иҫәптәренә күсерелә башланы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: