Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн 12 июлгә тиклем үҙизоляция режимы (аҙыҡ-түлек, дарыу алыу, элемтә салонына, баҡсаларға барыу, зыярат ҡылыу осраҡтарынан тыш) дауам итә.
1 июлдән сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан ресторандар, барҙар, кафелар һәм башҡа йәмәғәт туҡланыуы урындары санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтеп үҙ эшен яңырта. Уларҙың айырым хеҙмәтләндереү залы, урам яҡтан йәки сауҙа комплексынан айырым инеү урыны булыуы шарт.
Фудкорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары 1 июлдән илтеп биреү юлы менән хеҙмәттәрен күрһәтә башлай ала.
29 июндән юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инеү өсөн документтар ҡабул итеү, инеү имтихандары үткәреү һәм мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре менән туранан-тура аралашыу юлы менән апелляцияларҙы ҡарау рөхсәт ителә.
Шулай уҡ 15 июлдән штатында медицина персоналы булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары, һауыҡтырыу һәм мәктәп алды лагерҙары, ял һәм хеҙмәт лагерҙары республика балалары өсөн үҙ ишектәрен аса.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.