+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 13:51

Төбәктәрҙә әүҙем тауыш бирәләр

Башҡортостан Дәүләт-Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев эш сәфәре менән республиканың төнъяҡ райондарында. Парламент спикеры төбәк халҡының тауыш биреү әүҙемлеген юғары баһаланы.

Башҡортостан Дәүләт-Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев эш сәфәре менән республиканың төнъяҡ райондарында. Парламент спикеры төбәк халҡының тауыш биреү әүҙемлеген юғары баһаланы.
Башлыса ул, Бөрө, Мишкә райондарындағы һайлау участкаларында булып, тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр һәм участка ағзалары менән әңгәмәләште.
-Тауыш биреү юғары кимәлдә ойошторолған. Һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар бар. Бөтә участкаларҙа профилактик нормалар үтәлә. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеген билдәләр инем. Бөгөн был процедураларҙың һуңғы көнө. Кемдәр ошоға тиклем килеп тауыш бирмәгән, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам. Уның һөҙөмтәһе беҙҙең артабанғы йәшәйешебеҙ өсөн бик мөһим, - тине Константин Борисович.
Көн дауамында парламент етәксеһе Борай һәм Яңауыл райондарында ла буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: