Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тауыш биреү көнөнөң тәүге брифингын үткәрҙе.
Уның мәғлүмәттәре буйынса1 июль бөтә һайлау участкалары 8.00 сәғәттә асылды. Барлығы 3 миллион 39 меңдән ашыу һайлаусы, уларҙың өс меңдән ашыу кеше ваҡытлыса йәшәү урынынан. 345 меңдән артығы үҙенең гражданлыҡ бурысын электрон комлекстар аша үтәй ала. КОИБ-тар 229 һайлау участкаһында урынлаштырылған.
-Барлыҡ участкаларҙа ла тейешле дезинфекция үткәрелгән Шәхси һаҡланыу саралары, температура үлсәү һәм башҡа хәүефһеҙлек саралары иҫәпкә алынған, - тине Илона Макаренко.
Республика йәмәғәт палатаһынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, барлығы 30 меңдән ашыу күҙәтеүсе теркәлгән, киң мәғлүмәт сараларынан 474 хәбәрсегә махсус танытма тапшырылған.
Республикала 39 меңдән ашыу кеше мобиль һайлаусы төркөмөндә тауыш бирә, 400 меңгә яҡыны теге йәки был сәбәптәр менән үҙенең гражданлыҡ бурысын өй шарттарында үтәйәсәк.
Тауыш биреүҙәрҙең бер аҙнаға алдан башланыуын иҫпкә алғанда, бөгөнгө көнгә 2 миллион 100 меңдән ашыу кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. 10.00 сәғәттә тауыш биреүселәр - 71,55% тәшкил иткән. Өфө буйынса был һан - 73,19%, ҡалалар буйынса - 66,35%, райондарҙа - 72,71%.