+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 02:53

Онлайн тауыш биреү тамамланды

Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр буйынса онлайн тауыш биреү тамамланды. Башлыса Мәскәү һәм Түбәнге Новгород халҡы дистацион рәүештә тауыш бирҙе.

Рәсәйҙә Конституцияға төҙәтмәләр буйынса онлайн тауыш биреү тамамланды. Башлыса Мәскәү һәм Түбәнге Новгород халҡы дистацион рәүештә тауыш бирҙе.
Онлайн форматта тауыш биреү өсөн Мәскәүҙең 1 миллион кешеһе һәм Түбәнге Новгородтың 140 мең гражданы ғариза биргән. Һөҙөмтә -кешеләрҙең 93 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Электрон тауыш биреү 25 июндә башланды һәм ул 30 июндә 20 сәғәттә тамамланды.
Бөгөн, 1 июль Конституцияға төҙәтмәләр буйынса рәсми тәғәйенләнгән көн. Президент Владимир Путин мөһим сәйәси ваҡиға алдынан ил халҡына телемөрәжәғәт яҙҙырҙы. Ул Конституцияға төҙәтмәләрҙең мөһимлегенә тағы бер тапҡыр баҫым яһаны.
Тауыш биреү участкаларында хәүфһеҙлек сараларына айырым иғтибар. Эксперттар әйтеүенсә, тауыш биреү магазинға барып килгәнгә ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк. Кешеләргә битлектәр, бирсәткәләр һәм хатта бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар ҙа бирелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: