Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының ”Бөтә Рәсәй тауыш биреү” мәғлүмәт үҙәгендә көн дауамында онлайн-брифингтар дауам итә.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов билдәләүенсә, ошо сәғәткә тауыш биреүселәрҙең 86,75 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шуның 85,16 проценты Өфө ҡалаһына тура килә, ҡалалар буйынса - 83,74, райондарҙа 88,68 процент халыҡ үҙ тауышын биргән.
Сибай, Нефтекама ҡалаларында, Дәүләкән, Баҡалы, Йылайыр, Салауат райондарында һайлаусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Унда тауыш биреүселәр 96 процентҡа үҙенең бурысын үтәгән.
Көн дауамында Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы 816 шылтыратыу ҡабул иткән, кешеләрҙән 48 мөрәжәғәт булған. Уның күбеһе тауыш биреүҙәр буйынса аңлатыу эшенә ҡағылған.